Читать на русском
English version
Башҡортостанда протестар 15 ғинуарҙа Фаил Алсыновҡа ҡаршы үткән судтан һуң башланды. Был көндө Баймаҡ ҡалаһында «нәфрәт уятыу» статьяһы (ст. 282 Енәйәт Кодексы) буйынса хөкөм ителеүсе активистҡа теләктәшлек белдереү өсөн республиканан меңәрләгән кеше йыйылды. Алсынов — Башҡортостандың иң билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙеренең береһе. Ул 2020 йылда Ҡуштау шиханын яҡлауҙа ҡатнашты, «Башҡорт» милли ойошмаһын етәкләне.
Енәйәт эшенең сәбәбе уның Ишмырҙа ауылы халҡының Ирәндек һыртында алтын сығарыуға ҡаршы ойошторолған сходында әйтелгән телмәрендә була. Активист үҙенең сығышында «ҡара халыҡ» һүҙен ҡулланған. Енәйәт эшен Башҡортостан республикаһының башлығы Радий Хабировтың ғаризаһы буйынса ҡуҙғатҡандар. Һуңыраҡ Алсынов Хабировҡа мөрәжәғәтендә эксперттар уның һүҙҙәрен дөрөҫ тәржемә итмәүе, үҙенең «башҡа халыҡ вәкилдәренә», әгәр ҙә улар «беҙҙең йолаларҙы һәм традицияларҙы хөрмәт итә икән», ҡаршы булмауы тураһында белдерҙе.
15 ғинуарҙа Баймаҡ район суды алдына 5 мең тирәһе кеше килде. Хөкөм ҡарарын сығарыуҙы 17 ғинуарға күсерҙеләр. Прокурор Фаилдың колония-ауылда 4 йылға иректән мәхрүм ителеүен һораған, әммә суд ҡарары тағы ла ҡатыраҡ булып сыҡты: Алсыновты дөйөм режимлы колонияға 4 йылға ебәрергә ҡарар иткәндәр. Ул көндө Баймаҡ район суды алдында йыйылған халыҡтың һаны төрлө иҫәпләүҙәр буйынса 10 меңгә еткән. Кешеләр Алсыновты иреккә сығарыуҙарын талап иттеләр, полиция менән бәрелештәр һәм ҡулға алыуҙар башланды.